В начало раздела
|
Село родное – частица сердца моего.
Төп герой - ябай ауыл кешеһе. Хис-тойғоларға бай, йыр-моңға ғашиҡ ир уртаһына еткән уҙаман.
Атаһы билдәһеҙ сәбәптәр менән тыуған ауылынан сығып китә.
Геройҙың бала сағы, йәшлеге лә атаһы(ҡартатаһы, Мәзиттә) йортонда үтә.
Тиңдәштәре лә ошо ауылдан. Уҡып, кәләш ала, балалары тыуа. Ә шулай ҙа Зиннур( төр герой) ҡартатаһы
нигеҙенә йыш ҡайтырға ашҡынып тора. Ут алырға, таныш-ялан туғайҙарҙа илһамланырға, кешеләре менән аралашырға.
Үҙе әйтмешләй: "Бына ата-бабамдар төйәк иткән ергә ҡайтһам ғәмһеҙ бала саҡҡа әйләнеп килгәндәй булам" -ти ул.
Был өлөштә лә Зиннурҙың ҡанатланып ауылға ҡайтып килеүе һүрәтләнә. Фильм йәнтөйәккә булған һөйөү,
тыуған ауылдың тормошта ни тиклем мөһим роль уйнауын сағылдырасаҡ.
"Бөгөнгө көндә йәштәрҙең күпләп ҡалаға тартылыуы, ауылда ҡалғандары ла эшһеҙлектән эскегә бата барыуҙары беҙҙе,
әлбиттә, битараф ҡалдырмай. Ғүмер бер генә, ҡәҙерҙәрен бел генә тибеҙ.
Ауылды төйәк итеп, уға тоғро ҡалып, эштән йәм, тәм табып ғүмер иткән ғаиләләрҙе лә бында һүрәтләнек.
Ундайҙарҙы өлгө итеп алып, теләгән табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр тигән боронғолар һүҙенең дөрөҫлөгөнә инандыҡ үҙебеҙ.
Бары теләк булһын! XXI быуат урамда. Тырыштар, әүҙемдәр, маҡсатлылар заманы" (Фәниә Юланова)
Режиссёр - Рафис Куйбагаров, сценарий - Фания Юланова, композитор - Риф Бикбаев.
|
|
|