Үгәй ҡыҙ(Әкиәт) башҡортса спектакль

Падчерица башкирский спектакль

Падчерица башкирский спектакль

Жанр:башкирские фильмы,сказка,спектакль

Редактор съемок Сарвар Сурина,

Реж. группа: Салават Итбаев, Альфина Каюмова

Школьный драмкружок. Буздяк, Турушлы

Выпущено:1993 год

Борон булған ти әбей менән бабай. Аның булған бер ҡыҙы Бер ваҡыт ҡарсығы үлеп китә.

Ҡыҙ менән ата йәтим ҡала. Бабай үгәй әсә ала. Үгәһ әбейҙең дә бер ҡыҙы була.

Үгәй әсә үгәй ҡыҙҙы яратмай. Аны иртә кейәүгә бирәләр. Был кейәүгә барғас хур булмай. Шундай шәп, матур торалар.

Ҡарсыҡ быны күрә алмай. Ҡунаҡҡа саҡырып, үгәй кыҙҙың төлкө тунын утҡа яға. Ҡыҙҙың бер сабый балаһы була. Ҡайтырға йөрөгөндә ҡыҙҙың тунын эҙләһәләр, таба алмай. Шул ваҡыт ире асыуланып ҡатынына, һеләүһен булып осоп кит, тип маңлайына һуға. Ҡатын мөрйәнән осоп сығып китә. Ире менән бала тороп ҡала. Шунда ҡыҙ, күршеһенә инеп, бер балаға әйтеп китә.
— Минең балам өс көн, өс төн йоҡлар. Илаһа, һыу буйына алып кил, әүрәтермен.
Бала өс көн, өс төн йоҡлай. Шунан иларға тотона, йыуатып карайҙар ҙа йыуата алмайҙар.



Шунда күршеһендәге бала инеп, әүрәтәйем әле, тип һыу буйына алып китә. Бала, таш өҫтөнә ултырып, һармаҡларға тотона.
һеләүһен апай, һел апай
Таш имсәкле ҡом һөтлө
Имеҙмәйҙер балаһын
Имеҙһә лә туймайҙыр.

Күп һеләүһендәр менән килә лә әсәһе, артына үтеп китә. Бала тағы ла шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Хәҙер әсәһе килә:
Ике күҙем йәш менән
Йәй үләнде һарғайттым.
Ике имсәгем һөт менән
Диңгеҙ өҫтөн ағарттым.
Балаһын имеҙә, йоҡлата. Торбанан осоп сығып киткәндә тунын табып алған була. Тағы ла әйтеп китә.
— Был бала өс көн, өс төн йоҡлар. Унан һуң алып килерһең.

Алып ҡайтһа, ата булған кеше ғәжәпләнә. Өс көн, өс төндән һуң бала тағы илай башлай. Күрше малайы тағын килә. Теге малай артынан атаһы эйәреп, аңдым килә. Бала баяғы һүҙҙәр менән һармаҡлай башлай. Ата һиҙҙермәй генә таш аҫтына килеп ята.

Инәһе килеп төшөп һармаҡлай башлай. (Баяғы һүҙҙәр). Балаһын имеҙгәс, малайҙан башын ҡарата һәм йоҡлап китә. Ире ошо ваҡыт тотоп ала ла тегенең сәсенән өйөнә алып ҡайтам, ти. Ҡатындың барғыһы килмәй. Аҙаҡ балаһыҙ менән ире лә китә.

Ҡайтҡас, ҡәйнәһенә әйтә ире:
— Йә, ҡәйнәм, алты тай кәрәкме, әллә, йөк утын кәрәкме?
— алты йөк утынды нишләтәйем. алты тай кәрәк, — ти.

Кейәүе алты тайҙы тотоп килтерә. Ҡарсыҡты алты тайҙың ҡойроғона бәйләй ҙә алтыһын да һуғып ебәрә. Тайҙар алты яҡҡа өҙгөләп алып китәләр. Катын менән ир яҡшы йәшәп китә. Ишек алды тумарҙыҡ, әкиәтемде һеҙгә туғарҙыҡ.


В начале 1990-х Министерство культуры Республики Башкортостан проводило республиканские фестивали «Колонсак» детских спектаклей с участием школьных драмкружков, театров-студий. Некоторые спектакли детских коллективов были записаны в студии Башкирского телевидения (Мечетлинский — Юнусово, Илишевский — Ябалаклы, Итеево, Буздякский — Турушлы, Чекмагушевский — Карьяуды, Дом пионеров им.В.Комарова — «Горячие сердца», Зианчуринский — Яныбаево и др. Фестивали «Колонсак» проходили на сцене Театра Кукол, ТЮЗ-а, «Нур»а и т.д.



Закладка Постоянная ссылка.

Обсуждение закрыто.